Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Аҙна эсендә Өфөлә экологик өмәләрҙә 228 мең кеше ҡатнашты

Йәмғиәт

Территорияларҙы санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса айлыҡ сиктәрендә 9-16 апрелдә экологик өмәләрҙә 228 мең өфөлө ҡатнашты. Улар 21500 кубометрҙан ашыу сүп-сар йыйҙы.

Территорияларҙы сүп-сарҙан таҙартыу буйынса эшкә 4100-ҙән ашыу берәмек махсус техника йәлеп ителде, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфө Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығының производство-техник бүлеге белгесе Игорь Аристов. Экологик өмә ваҡытында 13 миллион квадрат метр урам-юл селтәрҙәре, 3 миллион квадрат метр ҡала һәм урман парктары, 15 миллион квадрат метр квартал араһы һәм өй алды биләмәләре сүп-сарҙан таҙартылды, 5000 погон метр ҡойма ремонтланды.

Өфө территорияһын санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса айлыҡ 21 майға тиклем дауам итәсәк. Уның сиктәрендә 21 апрелдә йәнә бер дөйөм ҡала өмәһе үтәсәк. Беренсе өмә Өфөлә 14 апрелдә ойошторолғайны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть