5 декабрь, Дүшәмбе

19 апрель 2012 йыл, 11:05

Салауат ҡалаһынан унынсы класс уҡыусыһы астрономия буйынса бөтә Рәсәй олимпиадаһында иң яҡшыһы тип танылды

автор: Эльмира Сабирова

Мәктәп уҡыусыларының астрономия буйынса бөтә Рәсәй олимпиадаһында Салауат ҡалаһындағы 1-се лицейҙың унынсы класс уҡыусы Альберт Шәйхетдинов еңеүсе булды, сара Орел ҡалаһында үтте.

Өфө ҡалаһындағы 16-сы гимназияның унынсы класында уҡыусы Артур Хашаев та Ҡазанда үткән информатика буйынса олимпиада призеры булып, Башҡортостан командаһы ҡаҙаныштарына үҙ өлөшөн индерҙе.

Стәрлетамаҡтың 1-се гимназияһында ун беренсе класта уҡыусы Алһыу Салауатова ла призерҙар иҫәбендә, ул Мәскәү өлкәһенең Химки ҡалаһында үткән әҙәбиәт буйынса олимпиадала ҡатнашты.

«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, Башҡортостан мәктәп уҡыусылары экология һәм химия буйынса олимпиадаларҙа ла уңышлы сығыш яһаны. Әлегә беҙҙә 10 еңеүсе һәм призер дипломы бар, әммә алда тағы ла 12 олимпиада көтә.

Уҡыусылар өсөн бөтә Рәсәй кимәлендә еңеү яулау бик мөһим. Был уларға юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә ярҙам итәсәк.

Былтыр Башҡортостандан 31 уҡыусы бөтә Рәсәй олимпиадаларында еңеүсе һәм призер булды. Быйыл республика исеменән 90 уҡыусы сығыш яһай.