10 декабрь, Шәмбе

19 апрель 2012 йыл, 10:31

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы йәштәр менән эшләйәсәк

автор: Любовь Колоколова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының «Территорияларҙы үҫтереү» проекты сиктәрендә «Башинформ» агентлығында матбуғат-конференцияһы үтте. БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров журналистарға был проекттың тормошҡа ашырылыуы тураһында һөйләне, шулай уҡ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы тарафынан әле башҡарылған эшмәкәрлектең төп йүнәлештәрен билдәләне.

Юрий Пустовгаров һүҙҙәренсә, «Территорияларҙы үҫтереү» исемле яңы проект республикала филиалдар асыуҙы күҙ уңында тота, ул Урал аръяғында старт ала. Сибай, Учалы, Белорет ҡалаларында филиалдар асылып, унда юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарының өсөнсө-бишенсе курс студенттары эшкә алынасаҡ. Уҡыу йорттары менән махсус килешеү төҙөләсәк: эш хаҡы һәм техника – Сауҙа-сәнәғәт палатаһынан, бүлмәләр һәм мебель – уҡыу йорттарынан.

Студенттар муниципаль берәмек башлығының территорияны планлаштырыу һәм үҫтереү буйынса командаһына әүерелергә тейеш. Төбәктә бизнес өсөн инфраструктура була алырлыҡ буш ятҡан майҙандарҙы тикшереү, муниципалитеттарҙы үҫтереү буйынса план төҙөү, аныҡ бизнес-проекттар әҙерләү уларҙың төп бурыстары булып торасаҡ.

Юрий Пустовгаров түбәндәге мәғлүмәт менән таныштырҙы: 2011 йылда БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы буш ятҡан майҙандарҙы тикшергән һәм республикала яҡынса бер миллион квадрат метр буш майҙан булыуын асыҡлаған. 1 миллион һум аҡса уртаса өс эшҡыуарға ярҙам итә ала («старт-ап»тың уртаса күләме – 300 мең һум), тип иҫәпләй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы белгестәре. Ә инфраструктураға йүнәлтелгән шул уҡ 1 миллион һум аҡса 10 бәләкәй һәм урта бизнес субъектына ярҙам итәсәк.

Шуға күрә территорияларҙы үҫтереү планы түбәндәге бурыстарҙан ғибәрәт: буш майҙандарҙы тикшереү; файҙаланылмаған майҙандарҙы тергеҙеү маҡсатында сәнәғәт, ауыл хужалығы, көнкүреш йүнәлештәрендә тәҡдимдәр әҙерләү; ошо нигеҙҙә муниципаль һәм төбәк бизнес-проекттарын булдырыу тураһында тәҡдимдәр әҙерләп, уларҙы юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусылар менән ойошторолған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына тәҡдим итеү. Бындай саралар 2020 йылға тиклем ун меңләп эш урынын булдырыу мөмкинлеген бирә.

Юрий Пустовгаров билдәләүенсә, территорияларҙы үҫтереү программаһы «Стартҡа хоҡуҡ», «Технологиялар артынан поход», «Бәләкәй ҡалалар – үҫеш нөктәләре» кеүек һәм башҡа проекттар ярҙамында тормошҡа ашырыласаҡ. Уларҙың барыһы ла бер маҡсат – республикабыҙ территорияларын үҫтереүгә һәм предприятиеларҙың халыҡ-ара кимәлгә сығыуына йүнәлтелгән.