Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Кисә Өфөлә Шанхайҙан Франкфуртҡа осҡан самолет ултырҙы

Йәмғиәт

Кисә Шанхайҙан Франкфуртҡа осҡан самолет авария арҡаһында «Өфө» халыҡ-ара аэропортына төштө. Быға электр үткәргесе арҡаһында салонда төтөн сығыуы сәбәпсе булды. Өфө аэропортынан хәбәр итеүҙәренсә, урындағы ваҡыт менән 19.32-лә Башҡортостан аша үтеп барған сит ил борты кисекмәҫтән ултырыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән.  

Boeing-747 иҫән-һау Өфө аэропортына төшә. Салонда 311 пассажиры бар. «Люфтганза» авиакомпанияһы артабан нимә эшләргә кәрәклеген хә итә.

Зыян күреүселәр тураһында мәғлүмәт юҡ. Самолет буксир ярҙамында осоу һыҙатынан ситкә алып барып ҡуйылған. Аэропорттың авария һәм техник хеҙмәттәре тулы әҙерлек хәленә килтерелгән.

Сит ил бортына бәйле ғәҙәттән тыш хәл арҡаһында башҡа рейстар тотҡарланған. Әле «Өфө» аэропорты штат режимында эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть