11 декабрь, Йәкшәмбе

18 апрель 2012 йыл, 17:41

Башҡорт дәүләт университеты Асыҡ ишектәр көнөн үткәрә

автор: Эльмира Сабирова

Башҡорт дәүләт университеты 21 апрелдә Асыҡ ишектәр көнөн үткәрә. БашДУ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был юлы буласаҡ абитуриенттар юғары уҡыу йорто факультеттарының эшмәкәрлеге менән таныша аласаҡ.

Факультеттар буйынса Асыҡ ишектәр көнө түбәндәге адрестар буйынса үткәреләсәк: Хоҡуҡ институты – Достоевский урамы, 131; роман-герман филологияһы факультеты – Коммунистик урамы, 19; география, психология һәм иҡтисад факультеттары – К.Маркс урамы, 3/4; инженерлыҡ факультеты – Мингажев урамы, 100; Идара итеү һәм эшҡыуарлыҡ хәүефһеҙлеге институты – Губкин урамы, 10; башҡа факультеттар – З.Вәлиди урамы, 32.

Башлана 12 сәғәттә. Белешмәләр өсөн телефон: (347) 273-67-08.