10 декабрь, Шәмбе

18 апрель 2012 йыл, 17:02

12 район аграрийҙары иген сәсеүгә төштө

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың 12 районы аграрийҙары яҙғы иген культураларын сәсеүгә сыҡты. Сәсеү кампанияһына кисә кис старт бирелде. Тәүгеләрҙән булып Мәләүез, Ҡыйғы һәм Миәкә райондарында тупраҡ өлгөрҙө. Тәүлегенә аграрийҙар ике мең гектарҙан ашыу майҙанда иген сәскән.

Бөгөн Әлшәй, Архангел, Ауырғазы, Бүздәк, Ейәнсура, Илеш, Күгәрсен, Көйөргәҙе һәм Саҡмағош райондары ла сәсеү агрегаттарын баҫыуға сығарҙы. Иң юғары темп Миәкә районы игенселәрендә, улар 400 гектар майҙанда иген сәсеп өлгөргән.

— Сәсеүҙе иртә яҙғы иген культураларынан – арпа, һоло, бер йыллыҡ игендән башланыҡ, — тип аңлаттылар республиканың ауыл хужалығы министрлығында. – Артабан төп культураға – бойҙайға сират етәсәк.

Апрель өсөн аномаль юғары температураны иҫәпкә алып, аграр ведомство 1 майға тиклем дып ҡаплауҙы тамамлау бурысын ҡуя. Әле тырматыу эштәре ҡараңғы төшкәнсе алып барыла. Сәсеүҙе игенселәр ике сменала – тәүлек әйләнәһенә алып барырға планлаштыра.

Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн иртәнсәккә тиклем 89 мең гектарҙа дым ҡапланған (планға ҡарата туғыҙ процент). 31 мең гектар майҙанда – ужым культуралары (планлаштырылғандың алты проценты), 40 мең гектарҙа күп йыллыҡ үләндәр (18%) туҡландырылған.

Стәрлетамаҡ районы игенселәре тәүгеләрҙән булып 5000 га майҙанда күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыуҙы тамамланы. Илеш һәм Ишембай райондары иһә майҙандарының дүрттән бер өлөшөндә ужым культураларын туҡландырған.