9 декабрь, Йома

18 апрель 2012 йыл, 16:41

Башҡортостанда Еңеү көнө алдынан «Георгий таҫмаһы» һәм «1941-1945 иҫләйбеҙ!» акциялары үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Еңеү көнө алдынан Башҡортостанда бер юлы ике акция — «Георгий таҫмаһы» һәм «1941-1945 иҫләйбеҙ!» үткәреләсәк. Был хаҡта төбәктең Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр иттеләр.

«Георгий таҫмаһы» тәүгә республикала 2005 йылда ойошторолдо.

Ведомствонан асыҡлауҙарынса, әлеге ваҡытта иҫтәлекле таҫмалар алыуға һәм уларҙы Башҡортостандың ҡала һәм райондары буйлап таратыуға средстволар йыйыу дауам итә. Аҡса күсереү өсөн реквизиттар: Региональная общественная организация «Республиканский центр реализации творческих инициатив молодежи» РБ. 450000, г. Уфа, ул. Ленина, 10, р/с 40703810500000000705 в филиале ОАО «УралСиб» г. Уфа, БИК 048073770, к/с 30101810600000000770, ИНН 0274066042, ОКНО 50796398, ОКОНХ 98400, 98600.

«1941-1945 иҫләйбеҙ!» акцияһын үткәреү идеяһы «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы менән тәҡдим ителде, ул республика һәм ҡалаларҙың Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советтары, шулай уҡ Республика Хәрби Дан музейы менән берлектә үткәрелә. Акция барышында ветерандар һәм мәктәп уҡыусылары Хәрби Дан музейына, шулай уҡ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуған яғына барасаҡ.

Шулай уҡ акция сиктәрендә 29 апрелдә Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында Александров исемендәге Рәсәй армияһы йыр һәм бейеү ансамбле сығыш яһаясаҡ.