Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

26 апрелдә Өфөлә «Урман батырҙары» тәбрикләнәсәк

Йәмғиәт

26 апрелдә Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының йыйылыштар залында «Урман батыры-2012» фәнни-ғәмәли конференцияһы үтәсәк, унда ҡырағай хайуандарҙы һәм уларҙың йәшәү мөхитен һаҡлауға айырыуса ҙур өлөш индергән кешеләр тәбрикләнәсәк. Лауреаттар иҫәбендә — ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре, ғалимдар, тәбиғәтте һаҡлау ведомстволары етәкселәре, журналистар.

— Дөйөм алғанда быйыл наградаға 73 кандидатура тәҡдим ителде, уларҙан 52 кеше буйынса ыңғай ҡарар ҡабул ителде, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына билдәле яҙыусы һәм сәйәхәтсе, республиканың Ҡырағай хайуандарҙы яҡлау фонды рәйесе Камил Йыһаншин. – Беҙҙең республика белгестәре менән бер рәттән конференция эшендә  Мәскәү, Киров, Брянск ҡалаларынан да йәмғеһе 150-нән ашыу кеше ҡатнашасаҡ. Улар араһында билдәле яҙыусы һәм журналист, Ленин һәм Президент премиялары лауреаты Василий Песков та бар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Урман батыры» конкурсы Камил һәм Татьяна Йыһаншиндар менән тәбиғәтте яратҡан улдары Олег иҫтәлегенә 1993 йылда булдырылған. «Урман батыры» дипломдары менән 286 кеше бүләкләнгән.

Конкурстың барлыҡ номинацияларында еңеүселәр дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр һәм күкрәккә таға торған билдәләр менән наградланасаҡ.

Башлана – 15.00 сәғәттә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть