9 декабрь, Йома

18 апрель 2012 йыл, 15:59

Өфөлә сауҙа һәм көнкүреш хеҙмәтләндереү предприятиелары «Хәтер» акцияһын үткәрәсәк

автор: Любовь Колоколова

Өфөлә сираттағы «Хәтер» акцияһы үткәреләсәк. Бөйөк Еңеүҙең 67 йыллығын байрам итеү уңайынан уны Өфө хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты ярҙамында Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы үткәрә.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, Еңеү көнөнөң тарихи әһәмиәтен тағы бер билдәләү, үҫеп килеүсе быуынды ватансылыҡ рухында тәрбиәләү, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, уларға тиңләштерелгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү был акцияның төп маҡсаты булып тора.

«Хәтер» акцияһы йыл һайын республиканың сауҙа һәм көнкүреш хеҙмәтләндереү педприятиелары менән уңышлы ғәмләгә ашырыла, халыҡ араһында ҙур һорау менән ҡуллана. 2011 йылда унда Бышҡортостандың ике меңдән ашыу, шул иҫәптән Өфөнөң 600 самаһы предприятиеһы ҡатнашты, 30 меңдән ашыу кеше хеҙмәтләндерелде.

Акция түбәндәгеләрҙән ғибәрәт: 8-9 майҙа магазиндарҙа һәм халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү предприятиеларында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм уларға тиңләштерелгән кешеләргә тауар һәм хеҙмәттәргә ташлама бирелә. Акцияла ҡатнашҡан ойошмалар «Хәтер» акцияһы үткәрелеүе тураһында мәғлүмәт биреүсе берҙәм өлгөләге плакат сығарып элә. Ә магазин һәм предприятиелар эсендә ташламалар күрһәтелгән мәғлүмәт стенды ҡуйыла.

«Хәтер» акцияһын ойоштороу һәм үткәреү тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте 8 (347) 252-88-88 телефоны аша Башҡортостан сауҙа ойошмаһынан алырға мөмкин.

темалар: акциялар,хәтер