6 декабрь, Шишәмбе

18 апрель 2012 йыл, 15:06

Башҡортостанда 500 һөтсөлөк фермаһын яңыртыу программаһы раҫланды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Хөкүмәте «Һөт малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. Башҡортостан Республикаһында 500 һөтсөлөк-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» программаһын раҫланы. Ул биш йылға иҫәпләнгән, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Был арала 500 һөтсөлөк-тауар фермаһы яңыртыласаҡ һәм реконструкцияланасаҡ, тағы 6 яңы һөтсөлөк комплексы төҙөләсәк. Ауыл хужалығы ойошмаларында хеҙмәт етештереүсәнлеге кәм тигәндә 25 процентҡа артасаҡ, тип көтөлә. Быға өҫтәп, республикала тоҡомсолоҡ эше буйынса алты сервис хеҙмәте булдырыласаҡ.

Алдан билдәләнгән пландарға ярашлы, программаны ғәмәлгә ашырыу арҡаһында программала ҡатнашыусы ауыл хужалығы предприятиеларында һөт етештереүҙең тулайым күләме 2012 йылдағы 52 мең тоннанан 2016 йылда 72 мең тоннаға тиклем артасаҡ.

Дәүләт ярҙамы саралары республикалағы тулайым һөт етештереү күләмендә лә сағыласаҡ. Биш йыл эсендә ул 1750 меңдән 2220 мең тоннаға етәсәк. Үҫеш яҡынса 27 процентты тәшкил итәсәк. «500 ферма» программаһында ҡатнашыусылар ошо уҡ осорҙа һөт етештереүҙең 37 процентҡа артыуын тәьмин итергә тейеш. Тимәк, һыйырҙар һаны ла, уларҙың етештереүсәнлеге лә артасаҡ.

Бөтә сараларҙы 27 миллиард 579 миллион һум күләмендә финанслау ҡаралған (бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан — 17 миллиард 812 миллион һум, республика бюджетынан — 8 миллиард 20 миллион, муниципаль бюджеттарҙан 1 миллиард 746 миллион һум бүленәсәк).