6 декабрь, Шишәмбе

18 апрель 2012 йыл, 14:55

Йәнә ике Башҡортостан вәкиле «Һәләкәткә осраусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән наградланды

автор: Әлим Фәйезов

Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев Указы менән Ағиҙел ҡалаһында йәшәүсе Азат Ғабдрахманов «Һәләкәткә осраусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән наградланды. Был юғары дәүләт наградаһына Азат Мулланур улы «Чернобыль атом электростанцияһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә күрһәткән фиҙаҡәрлек һәм юғары профессионализм өсөн» лайыҡ булды, тиелә документта.

Ил башлығының икенсе указы менән шундай уҡ наградаға «экстремаль шарттарҙа кешеләрҙе ҡотҡарғанда күрһәткән ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек өсөн» «Башнефть» автотранспорт идаралығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 2-се транспорт участкаһы водителе Марат Әхмәтханов лайыҡ булды.