11 декабрь, Йәкшәмбе

18 апрель 2012 йыл, 14:12

Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов чиновниктарҙан ветерандарға ҡарата кешелеклерәк булыуын талап итә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов халыҡты социаль яҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренән хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән кешелеклерәк мөғәмәлә итеүҙәрен талап итә. Уның һүҙҙәренсә, Ватанды һаҡлап зыян күргән кешеләргә ҡарата ғәҙелһеҙ булыу осраҡтары республика райондарында һәм ҡалаларында йыш күҙәтелә.

— Бындай осраҡтарҙың береһе яңыраҡ Ғафури районында булды, — тип комментарий бирҙе Иршат Фәхретдинов «Башинформ» агентлығына. – Миңә Красноусол ауылында йәшәүсе хәрби хәрәкәттәр ветераны мөрәжәғәт итте. Яуҙа ул ҡулһыҙ ҡалған. 2011 йылдың 7 ноябрендә ҡабул ителгән 306-сы «Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе аҡсалата тәьмин итеү һәм уларға айырым түләүҙәр билдәләү тураһында»ғы Федераль закондың 3-сө статьяһында ҡаралған 13-сө пунктҡа ярашлы, хәрби хәрәкәттәр инвалиды булараҡ уға ай һайын аҡсалата компенсация түләнергә тейеш. Әммә райондың халыҡты социаль яҡлау бүлеге бындай компенсация түләүҙән баш тартҡан. Бүлек хеҙмәткәрҙәре Федераль закон тексында һәм Медик-социаль эксперттар комиссияһының медицина белешмәһе тексындағы һүҙҙәрҙең тап килмәүенә һылтана. Законда «хәрби травма» термины бирелгән, ә ветерандың медицина белешмәһендә «яраланыу» тип яҙылған. Был кеше 1980-се йылдарҙа Афған һуғышында ҡулын юғалтҡан. «Хәрби травма» термины ул ваҡытта ҡулланылмаған. Компенсация түләүҙән баш тартҡан бүлек хеҙмәткәрҙәре был хаҡта белмәй моғайын. Әммә ҡулһыҙ ҡалыуҙың хәрби травма булыуы көн кеүек асыҡ.

Иршат Фәхретдинов һүҙҙәренсә, был хәл Башҡортостанда берҙән-бер осраҡ түгел. Элегерәк депутат, халыҡты социаль яҡлау органдарында хәрби хәрәкәттәр ветерандары яҙмышын үҙҙәре ветеран булған белгестәр хәл итергә тейеш, тигән идеяһын тәҡдим иткәйне.

— Өфөлә бындай осраҡтар йыш күҙәтелмәй. Ветерандар бында депутаттарға, төбәктең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына мөрәжәғәт итә ала. Ә ауылда втерандар яҡлауһыҙ ҡала, — тип иҫәпләй Иршат Фәхретдинов.

Депутат һүҙҙәренсә, бындай ғәҙелһеҙлек осраҡтарын башҡаса булдырмау маҡсатында ул Башҡортостандың Хеҙмәт һам халыҡты социаль яҡлау министрлығына түбәндәге тәҡдим менән мөрәжәғәт итмәксе: халыҡты социаль яҡлау территориаль органдары хеҙмәткәрҙәре араһында 306-сы Федераль закон буйынса компенсация түләү осраҡтарына ҡағылышлы аңлатма эштәрен үткәреү. Ведомствола был тәҡдим яҡлау табыр, тип ышана Иршат Фәхретдинов.