6 декабрь, Шишәмбе

18 апрель 2012 йыл, 13:56

14 - 17 майҙа Мәскәүҙә «Мәғлүмәт коммуникациялары көндәре-2012» үтәсәк

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Мәғлүмәт-коммуникация технологиялары баҙарында ҡатнашыусылар Мәскәүҙә 14-17 майҙа үтәсәк «Мәғлүмәт коммуникациялары көндәре-2012» бөтә Рәсәй форумында осрашасаҡ. Сара сиктәрендә Рәсәй Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы, «Связь-Экспокомм-2012» 24-се халыҡ-ара телекоммуникация ҡорамалдары, идара итеү системалары, элемтә технологиялары һәм хеҙмәттәре күргәҙмәһе, «Коммуникациялар донъяһында мәғлүмәт технологиялары» V Бөтә Рәсәй йәштәр форумы ойоштороласаҡ, тип хәбәр ителә РФ Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының сайтында.

Эш программаһы саралары тематик йүнәлештәр буйынса берләштерелгән. Беренсе көн мәғлүмәт технологияларына арналасаҡ. Артабан Дәүләт идара итеү көнө, Киң коммуникациялар көнө һәм Телекоммуникациялар көнө килә.

Форум эшендә РФ Дәүләт Думаһы депутаттары, профилле министрлыҡ, ведомстволар, предприятиелар, хоҡуҡ һаҡлау органдары, белем биреү һәм ғилми учреждениелар, йәмәғәт ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.