10 декабрь, Шәмбе

18 апрель 2012 йыл, 12:44

Фидан Ғафаров «Бәхет хаҡы» спектаклендә уйнаясаҡ

автор: Розалия Вәлиева

Фидан Ғафаров ҡатнашлығындағы «Бәхет хаҡы» спектакленең премьераһы М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында 19 һәм 20 апрелдә үтәсәк.

Шағирә Хәлисә Мөҙәрисова әҫәре буйынса театр режиссеры Айрат Әбүшахманов ҡуйған спектаклдә Фидан Ғафаров менән бергә Нурия Ирсаева, Илһөйәр Ғәзетдинова, Заһир Вәлитов, Суфия Ҡорбанғәлиева, Әхәт Хөсәйенов, Хәмиҙулла Яруллин, Светлана Хәкимова, Тәнзилә Хисамова һәм йәш артистар уйнаясаҡ.

— Тематикаһы һәм тәбиғәте буйынса Зариф роле миңә бик яҡын, — тине Фидан Сафа улы. – Геройымдың спектаклдәге тормошо минекенә бик оҡшаш. Гүйә, сәхнәләге ваҡиғаларҙа минең ижади һәм ҡатмарлы тормош юлым сағыла. Эйе, һәр кешенең тормошта үҙ юлы була. Спектакль геройҙарыныҡы ла шулай уҡ: кемдер яҙмышы менән ҡәнәғәт булып, ҡыуанып йәшәй, ә кемдер тормошта буй етмәҫлек үрҙәргә ынтыла, дан, абруй, танылыу артынан ҡыуа. Кеше тормошонда аңлатып бирмәҫлек тылсымлы, серле көскә эйә булған, йәшәйештең айырып алғыһыҙ өлөшө булған ижад геройҙарҙы тормошта иң ҡәҙерле һәм иң мөһим нәмә — бәхет хаҡы тураһында уйланырға мәжбүр итә.