8 декабрь, Кесе йома

18 апрель 2012 йыл, 12:05

Республикала торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре артҡан

автор: Ғәлиә Нәбиева

Быйыл тәүге өс айҙа Башҡортостанда бөтә төр финанслау сығанаҡтары иҫәбенә 2938 фатир сафҡа индерелгән. Торлаҡтың дөйөм майҙаны 295,3 мең квадрат метрҙы тәшкил иткән. Былтырғы кимәлгә ҡарағанда был 6,8 процентҡа күберәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостанстатта.

Әүәлгесә торлаҡтың төп күләме шәхси йорт төҙөүселәргә тура килә. Торлаҡ төҙөлөшө структураһында халыҡтың үҙ иҫәбенә һәм кредиттар ярҙамында төҙөлгән йорттары 88,4 процентты тәшкил итә. Граждандар менән дөйөм майҙаны 260 мең квадрат метрҙан ашыу 2,4 мең шәхси йорт күтәрелгән.

Ауылдарҙа 2012 йылдың өс айында 139,1 мең квадрат метр торлаҡ йорт сафҡа индерелгән. Ҡалаларҙа был һан бер аҙға ғына күберәк — 156,2 мең «квадрат», уҙған йылдағы ошо уҡ осорға ҡарата был 105,7 һәм 107,8 процентҡа тиң.