Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан халҡы өс шәмбе рәттән эшләйәсәк

Йәмғиәт

Май байрамдары арҡаһында Рәсәй халҡына рәттән өс шәмбе эшләргә тура киләсәк. Хеҙмәткәрҙәр ял һәм байрам көндәрен рациональ файҙаланһын өсөн киләһе ял көндәре – шәмбе, 28 апрелдән дүшәмбе, 30 апрелгә (байрам алды көнөнә), шәмбе, 5 майҙан дүшәмбе, 7 майға һәм шәмбе, 12 майҙан шишәмбе, 8 майға (барам алды көнөнә) күсерелә, тип хәбәр иттеләр БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Тимәк, Башҡортостан халҡы, бөтә рәсәйлеләр кеүек үк, рәттән өс шәмбе эшләйәсәк. 28 апрелдәге һәм 12 майҙағы эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы һәм 9 май – Еңеү көнө – ял һәм байрам көндәре булып тора.

Байрамдар уңайынан 29, 30 апрель, 1 май һәм 6, 7, 8, 9 май Башҡортостанда ял көндәре буласаҡ.

РФ Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә йыллыҡ төп һәм йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 1 һәм 9 майҙағы ял һәм байрам көндәре отпускының календарь көндәренә индерелмәй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть