3 декабрь, Шәмбе

18 апрель 2012 йыл, 10:40

Белоретта 11 йәшлек ҡыҙ юғалған

автор: Ольга Мортазина

Белорет полицияһы 11 йәшлек Алена Горячеваны эҙләүе тураһында хәбәр итте.  Ҡыҙ дүшәмбе, 16 апрелдә, өйҙән сыҡҡан һәм башҡаса ҡайтмаған.

Уның билдәләре: рус ҡыҙы, йөҙгә 10 йәштәрҙәге кеүек, буйы 143 см самаһы, оҙон һары сәсле, ҡаҡса кәүҙәле.

Алһыу төҫтәге водолазка, аҡ һыҙатлы сағыу ал төҫтәге спорт салбары, күк замша кроссовка кейгән булған.

— Әгәр һеҙгә Алена Горячева тураһында берәй мәғлүмәт билдәле булһа, беҙгә хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Белореттағы телефон: 8 (34 792) 4-24-02, Өфөлә БР буйынса Эске эштәр министрлығы телефоны — 8 (347) 279-41-08, 279-36-04, 279-36-05, шулай уҡ 8 905 000 28 72, йәки 02 һандарына һәм яҡындағы полиция бүлегенә хәбәр итергә мөмкин. Баланы эҙләргә һәм табырға ярҙам итәсәк һәр мәғлүмәт өсөн рәхмәтле буласаҡбыҙ, — тинеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығында.

темалар: эҙләү