Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Республика журналистары балалар тураһындағы мәҡәләләрҙең әхлаҡи принциптары тураһында фекер алышасаҡ

Йәмғиәт

19 апрелдә «Башинформ» агентлығының конференц-залында түңәрәк өҫтәл үтәсәк, унда ҡатнашыусылар балалар тураһында мәҡәләләр әҙерләгәндә этика ҡағиҙәләрен үтәү мөһимлеге хаҡында фекер алышасаҡ. Сара Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скорбогатова башланғысы менән үткәрелә.

Уның фекеренсә, мәғлүмәт һәм һүҙ көсөнә эйә булған журналистар был ресурстарҙы кемгәлер зыян килтереү өсөн ҡулланырға тейеш түгел.

— Журналист материалды киң мәғлүмәт сараларында баҫтырғандан һуң килеп тыуған эҙемтәләр хаҡында уйларға тейеш, — тип иҫәпләй Милана Скоробогатова. – Материалдар геройҙар һәм уларҙың яҡындары өсөн кире йоғонто яһаған осраҡтар ҙа билдәле.

Фекер алышыуҙа теле- һәм радиожурналистар, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, дин хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Башлана – 15 сәғәттә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть