Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Стәрлетамаҡ полицияһы юғалған ҡыҙҙы эҙләй

Йәмғиәт

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре хәбәрһеҙ юғалған 1987 йылғы Гөлнара Фәнғәр ҡыҙы Усманованы эҙләй. 2008 йылдың 21 апрелендә ул эшенә юланған, шунан бирле уның ҡайҙа булыуы билдәле түгел.  

Ҡыҙ тулы кәүҙәле, буйы — 155 см, түңәрәк йөҙлө, тура оҙон сәстәре ҡыҙылға буялған булған, ҡуйы ҡашлы, ҡара күҙле.

Уртаса оҙонлоҡтағы молниялы асыҡ йәшел төҫтәге ветровка, ҡара салбар, молниялы ҡара күн итек, төймәле алһыу кофта кейгән булған.

Үҙенә генә хас билдәләре: муйынында ике яғынан да 4-5 миңе бар. Психикаһы ҡаҡшауынан интегеүе лә ихтимал.

— Эҙләнгән ҡыҙ тураһында мәғлүмәте булған граждандарҙы 8 (3473) 20-46-96, 20-45-72, 02 телефондарына йәки яҡындағы полиция бүлегенә хәбәр итеүҙәрен һорайбыҙ. Конфиденциаллек гарантиялана, — тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Теги: эҙләү
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть