Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Санкт-Петербургта «Башҡортостан» сауҙа йорто асылды

Иҡтисад

Рәсәйҙең төньяҡ баш ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының Санкт-Петербургтағы Даими вәкиллеге ярҙамында «Башҡортостан» сауҙа йорто асылды.

Тантаналы сарала, республика парламенты спикеры Константин Толкачев етәкселегендәге рәсми делегациянан тыш, ҡала хакимиәте һәм йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты.

Сауҙа йорто Санкт-Петербург менән Башҡортостан Республикаһы араһында төҙөлгән Сауҙа-иҡтисад, фәнни-техник, мәҙәни һәм социаль өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса саралар планына ярашлы асылды.

Күркәм бина тарихи үҙәктә, Мәскәү вокзалынан алыҫ түгел Саперҙар тыҡрығы, 16/36 адресы буйынса урынлашҡан. Ул Башҡортостан етештереүселәренең тауарҙарын һәм хеҙмәттәрен тәҡдим итеү маҡсатында булдырылды.

Сауҙа йортонда шулай уҡ республиканың шифаханалары һәм ял йорттарына путевкалар һатыла. Ошонда уҡ теләгән компаниялар Башҡортостан предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итеү варианттары тураһында кәрәкле мәғлүмәт менән таныша ала, тип хәбәр иттеләр төбәктең Санкт-Петербургтағы Даими вәкиллегенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть