Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан аграрийҙары сәсеүгә сыҡты

Иҡтисад

Республиканың өс районы аграрийҙары кисә яҙғы иген культураларын сәсеүгә төштө. Сәсеү агрегаттарын баҫыуға Ҡыйғы, Мәләүез һәм Миәкә райондары игенселәре сығарҙы, тип хәбәр иттеләр республиканың аграр ведомствоһының матбуғат хеҙмәтенән. Шулай итеп Башҡортостанда сәсеү кампанияһына старт бирелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 9 апрелдә Күгәрсен районы игенселәре республикала тәүгеләрҙән булып баҫыу эштәренә сыҡҡайны. Аграрийҙар күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыуҙы башланы. Улар артынан Мәләүез уңғандары ла ужым культураларын туҡландырыуға төштө. Бөгөн бөтә райондарҙа ла тиерлек дым ҡаплау эштәре алып барыла.

Башҡортостанда йәмғеһе 2 млн 152 мең гектарҙа яҙғы сәсеү үткәреү ҡаралған. Иген майҙандары 21 процентҡа арттырыласаҡ һәм 1 млн 390 мең гектарҙы тәшкил итәсәк. Техник культураларға 264 мең гектар бүленгән.

Теги: сәсеү-2012
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть