Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың мосолман руханиҙары делегацияһы Һарытауҙа булды

Йәмғиәт

Башҡортостандың 11 муниципалитетынан дин хеҙмәткәрҙәре делегацияһы Һарытауҙа булды. 26 кешенән торған төркөмдөң был ҡалаға сәфәре өлкә мосолмандарының Диниә назараты эшмәкәрлеге менән танышыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ойошторолдо, тип хәбәр иттеләр Һарытау өлкәһе мосолмандарының Диниә назаратынан.

Визит барышында делегация Ислам комплексында булды, унда «Шәйех-Саид» мәҙрәсәһе, «Шишмә» ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы һәм өлкә мосолмандары Диниә назарытының матбуғат хеҙмәте эшмәкәрлеге менән танышты.

Һарытау өлкәһе мөфтөйө Мөҡәддәс Бибарсов Башҡортостандан килгән хеҙмәттәштәренә мосолман ойошмалары эшмәкәрлегенең төп бурысы – халыҡ араһында ислам динен таратыу һәм Рәсәйҙә йәшәүсе дини кешеләр өсөн тейешле инфраструктура булдырыу тураһында иҫкә төшөрҙө. Ул шулай уҡ йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлергә тәҡдим итте. Делегация етәксеһе, Борай районының имам-мөхтәсибе Рифат Зарипов өлкә мосолмандарына йылы ҡаршы алғандары өсөн рәхмәтен белдерҙе һәм Башҡортостан мосолмандары исеменән мөфтөйгә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Һарытауҙан делегация Пенза өлкәһенә юлланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть