5 декабрь, Дүшәмбе

17 апрель 2012 йыл, 16:46

Декларация кампанияһы осоронда һалым инспекцияларында «ҡыҙыу линия» эшләй

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Декларация кампанияһы тамамланыуға ике аҙна ваҡыт ҡалды. Рәсәйлеләр уҙған йылдағы килемдәре буйынса 30 апрелгә тиклем иҫәп-хисап бирергә тейеш. 2012 йылда был көндөң ял һәм байрам көнөнә тура килеүе арҡаһында, 3-НДФЛ формаһы буйынса декларация тапшырыуҙың һуңғы көнө итеп 2 май билдәләнгән.

Кемдәр табышы тураһында мәғлүмәт бирергә тейеш, һәм иҫәп-хисапты ваҡытында тапшырмаған өсөн ниндәй санкциялар ҡаралған? Ошо һәм документтар тултырып тапшырыуға бәйле башҡа һорауҙарға яуаптарҙы «ҡыҙыу линия» телефондары аша алырға мөмкин — декларация кампанияһы осоронда улар Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының һәр бүлегендә тиерлек эшләй. Телефон һандары ведомство сайтында күрһәтелгән.