11 декабрь, Йәкшәмбе

17 апрель 2012 йыл, 16:30

Рафаэль Мәрҙәншин: «Рәсәй тағы ла ҡеүәтлерәккә әйләнде»

автор: Людмила Терновая

— Рәсәйлеләрҙең абсолют күпселеге Владимир Путиндың эшмәкәрлеген юғары баһалай, быны уның президент һайлауҙарында ышаныслы еңеүе лә раҫлай, — тип комментарий бирҙе РФ Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путиндың Рәсәй Хөкүмәтенең 2011 йылдағы эшмәкәрлеге буйынса Дәүләт Думаһы алдында йыллыҡ отчет менән сығыш яһауына Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин. — Донъялағы ҡатмарлы иҡтисади хәлдәргә ҡарамаҫтан, отчет осоронда Хөкүмәт алдында торған бөтә социаль йөкләмәләр ҙә үтәлде. Беҙ минималь юғалтыуҙар менән донъяуи финанс көрсөгөн йырып сыға алдыҡ. Ауыр ваҡытта, Европала граждандарҙың ҡәнәғәтһеҙлеге артҡанда, Рәсәйҙә кеше һәр ваҡыт беренсе урынға ҡуйылды.

Рафаэль Мәрҙәншин Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең үҙ сығышында элек яуланған позицияларҙы нығытырға саҡырыуына иғтибар йүнәлтте.

— 2012 йыл башында производство күләме буйынса ил көрсөккә тиклемге кимәлгә сыҡты, — тип билдәләне депутат. — Бөгөнгө көндә был үҫеш иҡтисадтың һәр тармағында ла тиерлек дауам итә. Халыҡ үҙенең лидерына һәм уның һүҙҙәренең ҡағыҙҙа ғына ҡалмаҫына ышана. Отчетында Владимир Путин яҡын арала улар өҫтөндә эшләргә тура киләсәк биш маҡсатты билдәләне. Элегерәк был бурыстар уның мәҡәләләрендә лә күрһәтелгәйне. Улар — демография, Рәсәй төбәктәрен үҫтереү, яңы эш урындары булдырыу, яҡы иҡтисад формалаштырыу һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр булдырыу.

Рафаэль Мәрҙәншин әйтеүенсә, Рәсәй Хөкүмәте рәйесе менән билдәләнгән бурыстарҙың үҙәгендә һәр ваҡыт кеше һәм уның йәшәү сифаты торҙо һәм киләсәктә лә шулай булып ҡаласаҡ.