Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.21 ↓

EUR 63.62 ↑

25 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

«Берҙәм Рәсәй» оппозиция менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер

Сәйәсәт

«Берҙәм Рәсәй» оппозиция менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Был хаҡта «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов хәбәр итте.

— Беҙ барлыҡ конструктив сәйәси көстәр менән хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ, — тине ул. – Партиялар менән генә түгел, ә, мәҫәлән, йәмәғәт хәрәкәттәре менән дә.

Альберт Мифтахов һүҙҙәренсә, бындай хеҙмәттәшлек күҙәтелә лә инде. Һуңғы ваҡытта власть структураларына һәм хатта «Берҙәм Рәсәй»ҙең үҙенә элекке оппозиционерҙарҙың килеүе быға асыҡ миҫал булып тора. Республикала һәм дөйөм илдә булған эш тәртибен тәнҡитләп, конструктив альтернатива тәҡдим итеүселәрҙең фекеренә ҡолаҡ һалғандар.

Берҙәм рәсәйлеләр «Яблоко» менән дә хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Альберт Мифтахов һүҙҙәренсә, ул үҙе Явлинскийға, Болдыревҡа, Лукинға һәм партияның башҡа вәкилдәренә ихтирам менән ҡарай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть