5 декабрь, Дүшәмбе

17 апрель 2012 йыл, 15:54

«Берҙәм Рәсәй» сираттан тыш съезд үткәрәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

«Берҙәм Рәсәй» партияһы үҙенең сираттан тыш отчет-һайлау съезын үткәрергә планлаштыра. Ул яҡынса май аҙағы – июнь башына билдәләнгән. Аныҡ дата әле билдәле түгел. Был хаҡта «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, съезд яңыраҡ илдә үткәрелгән һайлауҙарға йомғаҡ яһауға бағышланасаҡ.

Альберт Мифтахов һуңғы бер нисә ай эсендә илдә сәйәси системаның етди үҙгәрештәр кисереүен иҫкә төшөрҙө.

— Беҙҙә бөтөнләй башҡаса һайлау ҡануниәте. Был партияларға ла, шулай уҡ губернатор һайлауға ла ҡағыла, — тине ул. – Закондар сығарыу йыйылыштарына ла һайлау системаһы үҙгәртеләсәк. Урындағы үҙидара органдарына үҙаллылыҡты күберәк биреү тураһында ла һорау ҡуҙғатыла. Был осраҡта партия эшмәкәрлеге лә үҙгәрергә тейеш. Съезд йыйып, нимәләр булып үтеүен теркәргә һәм киләсәккә бурыстар билдәләргә кәрәк.

Альберт Мифтахов съезд һөҙөмтәләре буйынса партияның Генераль советында етде үҙгәрештәр булыу мөмкинлеген дә йәшермәне. Атап әйткәндә, унан Мортаза Рәхимов, Юрий Лужков, Минтимер Шәймиевтың китеүе көтөлә. Был элекке төбәк етәкселәре бөгөн күп параметрҙар буйынса Генераль совет форматына тура килмәй.

Альберт Мифтахов билдәләүенсә, «Берҙәм Рәсәй» съездары элеккегә ҡарағанда ябайыраҡ, тик эш форматында ғына үтергә тейеш.

Съезға делегаттар һайлауҙа ла ошондай алым булырға тейеш, тип иҫәпләй берҙәм рәсәйлеләрҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе. Бындай сараларҙа партияла һәм илдә барған хәлдәрҙе аныҡ аңлаған айырым кешеләрҙең генә ҡатнашыуы зарур. Партия съездарына эшселәрҙе һәм ауыл хужалығы вәкилдәрен саҡырыу йолаһы ла һөҙөмтә бирмәй. Бындай делегаттар, ғәҙәттә, «үрҙәгеләр» менән ҡабул ителгән ҡарарҙар өсөн пассив рәүештә генә тауыш бирә.