Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә файҙаланылмаған ер участкалары кире ҡайтарыла башланы

Иҡтисад

Өфө хакимиәтенең Ер ресурстары идаралығы ҡала биләмәһендәге файҙаланыуға бирелгән ерҙәргә инвентаризация үткәрә. Бының өсөн ведомство әүәлерәк төҙөлөш өсөн бүленгән ер участкаларын тикшерә. Башҡортостандың баш ҡалаһы мэрияһынан хәбәр итеүҙәренсә, ошондай ҡайһы бер участкалар төҙөүселәр менән файҙаланылмай, участкалар ташландыҡ хәлдә, уларҙы сүп-сар баҫҡан.

Миҫал өсөн, «Мастер» производство-коммерция компанияһына 2005 йылда хакимиәт-ҡунаҡхана комплексын проектлау һәм төҙөү өсөн Киров урамынан дөйөм майҙаны 5848 квадрат метрлыҡ ер участкаһы бирелгән. Компания объектты төҙөү түгел, төҙөлөш өсөн кәрәкле документтарҙы рәсмиләштереү, иҫке һәм авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе яңыһына күсереүҙе лә хәстәрләмәгән. Әйтергә кәрәк, тап ошо ҡала үҙәгендәге ер участкаһын файҙаланыуҙағы төп шарттарҙың береһе булған.

Өфө хакимиәтенең суд органдарына мөрәжәғәтенән һуң, Башҡортостандың Арбитраж суды «Мастер» компанияһына хоҡуҡи баһа биргән һәм намыҫһыҙ арендаторҙан ер участкаһын бушатыуҙы талап иткән. Әлеге ваҡытта участка бушаған һәм ошо уҡ тәғәйенләнеше буйынса аукционға ҡуйылған.

Ер ресурстары идаралығында әйтеүҙәренсә, бындай участкаларҙы асыҡлау буйынса эштәр киләсәктә лә дауам ителәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть