Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.12 ↑

EUR 69.76 ↓

21 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

«Тәбиғәт» предприятиеһы Өфөлә терегөмөшлө лампалар йыйыуҙы ойоштора

Йәмғиәт

Башҡортостандың «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы 21 апрелдә «Минең ҡалам — минең өйөм» экологик акцияһы сиктәрендә Өфөлә энергия һаҡлаусы лампалар йыйыуҙы ойоштора.

— Бөгөн бөтә ерҙә — фатирҙа, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, эштә лә энергия һаҡлаусы лампалар ҡулланабыҙ. Бындай лампаны сүп-сар үткәргес торбаға йәки контейнерға ташларға ярамағанлығын һәр кем белә, сөнки унда ағыулы матдә — терегөмөш бар. Шуға күрә бындай лампаларҙы тейешле тәртиптә утилләштерергә кәрәк, — тип иҫәпләй предприятиеның инженер-экологы Альбина Шәмсетдинова.

Уның әйтеүенсә, һәр өфөлө иҫке лампаларын бушлай тапшыра ала. Бының өсөн уларҙы Якутов исемендәге паркка, «Ҡашҡаҙан»ға йәки «Искра» кинокомплексы алдындағы майҙанға алып килергә кәрәк.

Якутов паркында халыҡтан терегөмөшлө лампалар йыйыусы махсус күсмә пункт – Башҡортостандағы берҙән-бер экомобиль эшләйәсәк. «Ҡашҡаҙан» паркында һәм  «Искра» кинокомплексы алдындағы майҙанда ҡулланылған лампаларҙы йыйыу өсөн махсус контейнерҙар ҡуйыласаҡ.

— Беҙ Өфө халҡын тәбиғәтте һаҡлау акцияһында ҡатнашырға саҡырабыҙ. Килегеҙ һәм боҙолған терегөмөшлө лампаларығыҙҙы тапшырығыҙ. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға үҙ өлөшөгөҙҙө индерегеҙ, ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыуға беренсе аҙымығыҙҙы эшләгеҙ, — тине Альбина Шәмсетдинова.

Акция 14.00-дән 15.30-ға тиклем үтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть