Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Республиканы иммунлаштырыу аҙналығы көтә

Йәмғиәт

Башҡортостан быйыл да Европа иммунлаштырыу аҙналығында ҡатнашасаҡ, ул Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Европа бюроһы инициативаһы менән 21 — 27 апрелдә үткәрелә.

Проекттың республикалағы координаторҙары – БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре һәм Роспотребнадзорҙың БР буйынса Идаралығы вәкилдәре. Был акция төбәктә етенсе тапҡыр үткәрелә һәм профилактик прививкалар, халыҡҡа вакцинациялауҙың мөһимлеге һәм хәүефһеҙлеге тураһында мәғлүмәт биреүгә йүнәлтелгән.

Европа иммунлаштырыу аҙналығы дауамында республикала прививкалар эшләтеүҙең мөһимлеге, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү тураһында мәғлүмәт таратыу эштәре йәйелдереләсәк. Иммунопрофилактика мәсьәләләренә арналған түңәрәк өҫтәлдәр, «сәләмәтлек дәрестәре», «ҡыҙыу линиялар» ойоштороу ҙа планлаштырыла. Халыҡ, иң элек балаларын вакцинациялауҙан баш тартҡан ата-әсәләр менән эшләүгә айырым иғтибар биреләсәк.

Был аҙнала инфекцион ауырыуҙарға ҡарата прививкалар эшләнергә тейешле граждандарға әүҙем иммунлаштырыу ойоштороу ҡаралған. Прививка яһатырға тейешле кешеләр дауалау-профилактика учреждениеларына саҡырыласаҡ. Бынан тыш, прививка һалыусы бригадаларҙың айырым ауылдарға сығыуы ла көтөлә.

Теги: акциялар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть