8 декабрь, Кесе йома

17 апрель 2012 йыл, 14:30

Өфөлә «Айыҡ ауыл» конкурсында еңеүселәр билдәләнәсәк

автор: Тимур Рәхмәтуллин

24 апрелдә Өфөнөң Конгресс-холында «Айыҡ ауыл» республика конкурсының гала-концерты үтәсәк, унда 2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың иң «айыҡ» ауылдары вәкилдәре тәбрикләнәсәк. Сараны ойоштороусылар булып республика Хөкүмәте һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ярҙамында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм «Айыҡ Башҡортостан» төбәк йәмәғәт ойошмаһы сығыш яһай.

Сара барышында түбәндәге номинациялар буйынса еңеүселәр билдәләнәсәк: конкурста ҡатнашыусы иң яҡшы ауыл биләмәләре, журналистар, муниципалитеттар һәм активистар. Гала-концертта «Айыҡ ауыл-2012» бәйгеһенә старт биреләсәк.

Программала Роберт Юлдашев, «Арғымаҡ» һәм «Карауанһарай» төркөмдәре сығыш яһаясаҡ.

Гала-концерт сиктәрендә конкурста еңеүселәр һәм уны ойоштороусылар менән матбуғат конференцияһы үткәреләсәк.

Матбуғат конференцияһы – 18 сәғәттә, гала-концерт 18.30 сәғәттә башлана.