Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 52 инвестпроект өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индерелгән

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестицион проекттары иҫәбенә 52 проект индерелгән. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 312 миллиард һумдан ашыу сумманы тәшкил итә, ә был проекттарҙы тормошҡа ашырыу 37 меңдән ашыу эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота. Өҫтөнлөклө инвестпроекттарҙы тикшереү һәм уларға ярҙам итеү буйынса хөкүмәт комиссияһы ултырышында БР иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин шундай һандарҙы әйтеп ишеттерҙе.

БР Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйылғы беренсе ултырышта  «М.Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең, «Меркурий-Инвест» идара компанияһының, «Финанс Меркурий Маркет Групп», «Экохимтех», «Башҡортостан Торба Заводы», «ЛБ Консалтинг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренең һәм «БиоБирск» фәнни-производство берекмәһенең проекттары ҡаралған. Һөҙөмтәлә был проекттарға инфраструктура булдырыуға сығымдарҙы ҡаплауға субсидия бүлеү һәм һалым һалыу буйынса ташламалар биреү формаһында ярҙам итергә ҡарар ителгән.

— Хөкүмәт комиссияһы өҫтөнлөклө инвестицион проекттарҙы ҡарау һәм уларға ярҙам итеү тәртибен ҡулайлаштырыу өсөн ойошторолған. Уның төп маҡсаты — өҫтөнлөклө инвестпроекттарҙы тормошҡа ашырыуға тиклем оҙата барыу, — тинеләр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть