Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Башҡорт дәүләт университетында физика буйынса Башҡортостан Кубогы финалы үтәсәк

Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетында 18 апрелдә физика буйынса Башҡортостан Кубогы финалы үтәсәк. Аҙаҡҡы турға сығыр алдынан, ҡатнашыусылар муниципаль этаптарҙа көс һынашҡан. Турнир республиканың Мәғариф министрлығы ярҙамында БашДУ-ның Физика-техник институты менән 2007 йылдан үткәрелә. Йыл һайын унда бөтә республиканан меңдән ашыу кеше ҡатнаша.

Турнир 10-11-се класс уҡыусылары өсөн үткәрелә. Командала — өс кеше. Иртәгә йәш физика белгестәре үҙҙәренең интеллектуаль һәләттәрен күрһәтәсәк, бәйгенең абсолют еңеүсеһе исеменә көс һынашасаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Кубокты Ишембайҙың 12-се лицейы командаһы яулағайны.

Олимпиада физика-математика корпусының 02-се бүлмәһендә үтәсәк. Башлана – 13 сәғәттә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть