Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Республиканың Йәштәр палатаһы ҡала һәм райондарҙа Йәштәр советтары менән үҙ-ара эш итеүен әүҙемләштерә

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтары Советтары ҡарамағындағы Йәштәр советтары вәкилдәре менән бер нисә күсмә ултырыш үткәрҙе. Унда йәштәр парламентаризмын үҫтереү буйынса көнүҙәк мәсьәләләр, Йәштәр советтары эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре, был өлкәләге практик эшләнмәләр, Йәштәр советтарының Башҡортостандың Йәшәтәр палатаһы менән үҙ-ара килешеп эш итеүе тикшерелде.

— Ағымдағы йылда Йәштәр йәмәғәт палатаһы Башҡортостандың барлыҡ райондарында ла Йәштәр советтары менән ултырыштар үткәрергә планлаштыра, — тип билдәләне Йәштәр палатаһы рәйесе Николай Самойленко. – Был төбәктәге Йәштәр советтарының үҙ-ара килешеп эш итеүенә булышлыҡ итәсәк. Саралар бик әүҙем үтә, республика йәштәре көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашырға, райондарының көслө яҡтарын үҫтерергә теләй. Иң актуаль мәсьәләләр буйынса йәштәр һәм башҡарма власть вәкилдәре ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәлдәр үткәрелә, унда был проблемаларҙы хәл итеү механизмдары тикшерелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть