6 декабрь, Шишәмбе

17 апрель 2012 йыл, 12:20

Күмертауҙа Башҡортостан Президентының хәйриә эшмәкәрлегенә ай һайын средстволар бүлеү тураһындағы башланғысын хуплайҙар

автор: Марина Шумилова

Күмертауҙа ҡала округы хакимиәте ҡарамағындағы Хәйриә эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса советтың беренсе ултырышы үтте.

Совет рәйесе, Күмертау хакимиәте башлығы Борис Беляев билдәләүенсә, ҡалала хәйриә эшмәкәрлегенә ҙур иғтибар бүленә. Үткән ике йыл эсендә был өлкәлә киң инфраструктура булдырылған: Хәйриә эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса муниципаль совет; Ғаилә, әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡ буйынса ведомство-ара совет; мәғариф һәм социаль учреждениеларҙың попечителлек советтары эшләп килә; хәйриә эшмәкәрлегенең маҡсатлы йүнәлештәре билдәләнгән. «Күмертау, минең ҡалам» коммерцияға ҡарамаған хәйриә фонды булдырылған, уның сығымдары тураһындағы мәғлүмәт ҡала сайтында һәм киң мәғлүмәт сараларында урынлаштырыла.

Совет ултырышында ҡалала хәйриә эшмәкәрлеген мәғлүмәти йәһәттән тәьмин итеү мәсьәләһе һәм 2012 йылдың II кварталына хәйриә эшмәкәрлеге буйынса план тикшерелде. Был өлкәлә иң әүҙем ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү өсөн Совет дипломдар эмблемаһын раҫланы.

Борис Беляев Башҡортостан Президентының хәйриә эшмәкәрлегенә ай һайын средсволар бүлеү тураһындағы башланғысын яҡларға тәҡдим итте. «Күмертау, минең ҡалам» коммерцияға ҡарамаған хәйриә фондына йүнәлтеләсәк средстволарҙы ҡулланыу тураһындағы мәғлүмәт менән ҡалала йәшәүсе һәр кем таныша алырға тейеш, тине ул. Хәйриә эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса совет бер тауыштан республика Президентының башланғысын хупланы.