8 декабрь, Кесе йома

17 апрель 2012 йыл, 12:17

Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың 40 социаль проекты федераль субсидиялар аласаҡ

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостанда федераль бюджеттан субсидиялар алыуға хоҡуҡлы коммерцияға ҡарамаған ойошмалар билдәләнде. Комиссия ҡарары буйынса, конкурстың һуңғы этабына үткән социаль йүнәлешле 40 проекттың барыһы ла финанс ярҙамы алыуға лайыҡ, тип хәбәр иттеләр БР Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Конкурс министрлыҡ менән быйыл ғинуарҙа иғлан ителгәйне. Ҡатнашыусылар әсәлек һәм балалыҡҡа ярҙам итеү, ололарҙың йәшәү сифатын күтәреү, инвалидтарҙы адаптациялау, ижад һәм күмәк кеше ҡатнашлығындағы спортты үҫтереү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау кеүек социаль әһәмиәтле проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән программаларҙы тәҡдим итте.

Йәмғеһе 126 заявка килде. Бөтә критерийҙарға ла тап килгән 40 проект финалға үтте.  

— Республика башҡарма власть органдары, БР Йәмәғәт палатаһы, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренән торған конкурс комиссияһының йомғаҡлау ултырышы һөҙөмтәләре буйынса социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың барыһына ла ярҙам итергә, уларға программаларында күрһәтелгән күләмдә аҡса бүлергә ҡарар ителде, — тинеләр БР Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Субсидияларҙы, атап әйткәндә, «Йылдарым – байлығым» пенсионерҙар өсөн координация-ресурс үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы (бер миллион 500 мең һум), «Башҡортостан инвалид балаларҙың ата-әсәләре ассоциацияһы» йәмәғәт ойошмаһы (БАРДИ) (бер миллион 24 мең һум) һәм башҡалар аласаҡ.

Еңеүселәрҙең тулы исемлеге һәм уларға бүленәсәк ярҙам күләме менән БР Иҡтисади үҫеш министрлығының сайтында танышырға мөмкин.