Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
24+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель 2012, 11:42

Башҡорт дәүләт аграр университетында шағирҙар менән осрашыу үтте

Кисә Башҡорт дәүләт аграр университетының конференц-залында дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ кафедраһы студенттарының билдәле башҡорт шағирҙары, Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзалары Хисмәтулла Юлдашев һәм Тамара Искәндәриә менән осрашыуы үтте.
Ҡунаҡтар үҙҙәренең тормош юлы хаҡында һөйләне, төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, студенттарға университетта алған белемдәрен Башҡортостан именлеге өсөн мөмкин тиклем һөҙөмтәле ҡулланыуын теләне.
«Хисмәтулла Юлдашевтың яңы «Төньяҡ елдәре» («Северные ветры») исемле шиғырҙар йыйынтығын ҙур шатлыҡ менән тәҡдим итәм, - тине осрашыуҙы ойоштороусы мәғлүмәт технологиялары һәм идара итеү факультеты деканы Рәфис Зиязетдинов. – Китапта Себерҙәге тормош тураһындағы уйланыуҙар урын алған, бына инде 10 йыл шағир Себерҙә эшләй. Ә Тамара Искәндәриә республиканың «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире булып эшләй, ул балалар өсөн дә шиғырҙар яҙа».
Студенттар шиғырҙарҙың нисек яҙылыуы, ҡасан илһам килеүе һәм «Аҡбуҙат» балалар журналының нисек сығарылыуы тураһында һорашты.
Автор:Әлим Фәйезов | фото: "Аҡбуҙат" журналы редакцияһы
Читайте нас: