Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Рима Баталова Дәүләт Думаһы комитеты бүлегенең рәйесе итеп тәғәйенләнде

Йәмғиәт

Дәүләт Думаһының Физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты ултырышында уның яңы структураһы раҫланды.

Депутаттар ҡарарына ярашлы, Комитет составында паралимпия спорты, инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләр спорты мәсьәләләре менән спорт һәм Олипия хәрәкәтен үҫтереү өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре буйынса ике комитет бүлеге эшләйәсәк.

Комитет ағзалары паралимпия спорты, физик культура һәм инвалидтар, һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән шәхестәр спорты мәсьәләләре буйынса комитет бүлеге рәйесенә тәҡдим ителгән Рима Баталованың кандидатураһын бер тауыштан хупланы. Бындай хөрмәткә яҡташыбыҙ паралимпия хәрәкәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн лайыҡ булған.

Рима Аҡбирҙе ҡыҙы фекеренсә, «паралимпия спортын үҫтереү мәсьәләләре буйынса профилле бүлек булдырыу, беренсенән, был йүнәлештәге мәсьәләләрҙе алдан уҡ тикшереп, уларҙы профилле Комитетҡа ҡарауға индерергә, икенсенән, эксперт-консультатив совет ойошторорға мөмкинлек бирәсәк, ошо совет сиктәрендә закон сығарыу буйынса башланғыстарҙың барыһы ла ғалимдар һәм инвалидтарҙың йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығында йәмәғәт тыңлауҙарында ҡараласаҡ».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть