5 декабрь, Дүшәмбе

17 апрель 2012 йыл, 9:57

Башҡортостандың Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы 20 йыллығын билдәләйәсәк

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостандың Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы үҙенең 20 йыллығын билдәләйәсәк. Тантаналы сара 19 апрелдә Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан «Юность» шифахана-һауыҡтырыу комплексында үтәсәк. Байрамға власть органдары, республиканың йәмәғәт эшҡыуарлыҡ ойошмалары вәкилдәре, Ассоциация ағзалары, ветерандар саҡырылған. Башҡортостандың Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы рәйесе Алла Кузьмина хәбәр итеүенсә, программала активистарҙы наградлау, «20 йыл бергә» китабының презентацияһы, артистарҙың сығышы һәм башҡа саралар ҡаралған.

БР Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы 1992 йылдың 17 февралендә булдырылған. Ул эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙарҙың эшмәкәрлеген берләштереү, уларға ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған. Бөгөнгө көндә ойошмала иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында шөғөлләнгән меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә.

Һуңғы йылдар эсендә Ассоциация ҙур ҡаҙаныштарға өлгәште. Эш түбәндәге йүнәлештәр буйынса алып барылды: бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ҡағылышлы закон проекттарын булдырыу һәм тикшереүҙә ҡатнашыу; мәғлүмәт, консультация һәм белем биреү эшмәкәрлеген, шулай уҡ хәйриә эшмәкәрлеген ойоштороу. «Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры» бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостандан эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡатнашыуы мөһим проекттарҙың береһе булып тора. Был бәйгене үткәреү йылдарында республиканан йөҙгә яҡын ҡатын-ҡыҙ лауреат исеме алды.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Ассоциацияның беренсе рәйесе Елена Мәхмүтова әле – Рәсәй Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһының вице-президенты. Ә ойошманың әлеге рәйесе Алла Кузьмина Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы составына инде. Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә шөғөлләнеүсе башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең дә ҡаҙаныштары байтаҡ. Был хаҡта ҡунаҡтар байрам сараһында беләсәк. Башлана – 16 сәғәттә.