2 декабрь, Йома

16 апрель 2012 йыл, 17:56

«Башҡортостан Уралы» биосфера резерваты ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫының яҡынса исемлегенә индерелде

автор: Галина Бахшиева

ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫының яҡынса исемлегенә «Башҡортостан Уралы» тәбиғәт комплексы ла индерелде.

— Алдағы ваҡытта яңы объект — «Башҡортостан Уралы» биосфера резерватына халыҡ-ара эксперттар киләсәк. Улар объекттың Бөтә донъя мәҙәни һәм тәбиғи мираҫын һаҡлау тураһындағы Конвенция менән раҫланған донъя кимәлендәге универсаль хазина критерийҙарына тап килеүен тикшерәсәк, — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.

Уның һүҙҙәренсә, республикалағы был уникаль тәбиғи-мәҙәни комплексты әлеге исемлеккә индереү уны һаҡлап ҡалыуҙа һәм популярлаштырыуҙа ҙур роль уйнаясаҡ. Бынан тыш, был Башҡортостандың әлеге ойошма менән артабан хеҙмәттәшлек итеүенә импульс бирәсәк.

Бөгөнгө көндә донъяла 564 биосфера резерваты иҫәпләнә, уларҙың утыҙ туғыҙы Рәсәйҙә булдырылған.

Республикала «Башҡортостан Уралы» биосфера резерватын булдырыу буйынса эштәр 2011 йылда башланды. Ул ваҡытта төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биология институты, «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, «Башҡортостан»милли паркы тарафынан объектҡа «Башҡортостан Уралы» биосфера резерваты статусын биреүгә заявка әҙерләнгәйне.

Яңы объект составына федераль һәм республика кимәлендәге айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары индерелде. Улар — «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы, «Башҡортостан» милли паркы, «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы, «Алтын Солоҡ» тәбиғи зоологик заказнигы һәм «Ыҡ» зоологик заказнигы.