5 декабрь, Дүшәмбе

16 апрель 2012 йыл, 16:56

Мәләүез районында ике мең гектарҙан ашыу майҙанда дым ҡапланған

автор: Ғәлиә Нәбиева

Мәләүез районы игенселәре ике меңдән ашыу гектарҙы тырматҡан. Әлегә был республикалағы иң яҡшы һөҙөмтә. Райондағы бөтә ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермерҙары ла яҙғы баҫыу эштәренә сыҡҡан. Бер нисә көн эсендә механизаторҙарға 40 мең гектарҙа дым ҡапларға тура киләсәк.  

— Дым ҡаплау эштәренә 102 агрегат йәлеп ителә, — тип хәбәр иттеләр муниципалитеттың ауыл хужалығы идаралығында. – Улар артынан бер нисә көндән сәскестәр ҙә баҫыуға сығасаҡ.

Яҙын сәселеүсе иген культуралары 35 мең гектар майҙанды биләйәсәк. 19 мең гектарында игенселәр тупраҡты еңелсә эшкәртеүсе сәскестәрҙе файҙаланасаҡ. Бөтә агротехник алымдар күҙәтелһә, үҫемлектәрҙе һаҡлаусы саралар ҡулланылһа, был майҙандарҙағы иген уңышы традицион технологиялар буйынса эшкәртелгән баҫыуҙарҙағынан ҡалышмай.

Бынан тыш, районда ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыу эштәре лә дауам ителә. Минераль ашламалар ташыла. Бөгөнгө көндә һәр гектарға 15,1 кг ашлама ҡайтарылған.