9 декабрь, Йома

16 апрель 2012 йыл, 16:02

28 район аграрийҙары дым ҡаплауға төштө

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республиканың 28 районы аграрийҙары дым ҡаплауға төштө, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығында. Өс көндә тракторсылар 13 мең гектарҙы тырматҡан. Был сәсеү кампанияһы башланыр алдынан үткәрелеүсе һуңғы агротехник алым.

— Көндәр йылы торһа, аҙна аҙағында уҡ тупраҡ сәсеүгә әҙер буласаҡ, — тип иҫәпләй БР Ауыл хужалығы министрлығының агрономия хеҙмәте белгестәре. – Быйыл республиканың төрлө климат зоналарында ла тупраҡ бер тигеҙ өлгөрә.

Параллель рәүештә күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыу һәм тырматыу эштәре лә алып барыла. Бөгөн 21 район баҫыу эштәрен башлаған. Төбәктәге күп йыллыҡ үлән сәсеүлектәренең ете проценты интенсив үҫеш өсөн туҡланыу алған да инде.

Республиканың 15 районында тракторсылар ужым арышын һәм ужым бойҙайын туҡландырыуҙы башлаған. Йәмғеһе алты мең гектарҙағы страховка культураларына ашлама индерелгән.  

Дым ҡаплау буйынса Мәләүез районы эшсәндәре алдынғылыҡты бирмәй. Улар ике мең гектарҙан ашыу майҙандағы сәсеүлектәрҙе эшкәртеп өлгөргән. Әбйәлил, Көйөргәҙе, Ҡырмыҫҡалы һәм Бүздәк районы игенселәре мең гектарҙан ашыу майҙанды тырматып сыҡҡан.