Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.16

EUR 63.64

23 май, Шишәмбе

Уфа   °

Туҡайҙың тыуған көнөндә Төркиәлә башҡорт телендә шиғырҙар яңғыраны

Йәмғиәт

Төркиәнең Конья ҡалаһында ошо көндәрҙә «Мең һулыш һәм бер тауыш» Халыҡ-ара театрҙар фестивале үтә. Башҡортостандың ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Әхәт Сәлихов хәбәр итеүенсә, сарала Төркиәлә белем алыусы Рәсәй студенттары ҡатнаша. Улар төрлө телдәрҙә Ғабдулла Туҡайҙың шиғырҙарын уҡып ишеттергән. Мармара университетындағы иҡтисад һәм идара итеү факультетының әҙерлек курсында уҡыусы Марат Богданов Туҡай шиғырҙарын башҡорт телендә уҡыған. Ул Төркиәгә Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районынан уҡырға килгән. Бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙың тыуған көнөнә арналған байрам концертына шулай уҡ Татарстан Республикаһының рәсми делегацияһы ла килгән, уға төбәктең мәҙәниәт министры Айрат Сибәғәтуллин етәкселек итә. Концерт Түбәнге Кама дәүләт драма театры артистары менән әҙерләнгән, улар ҙа Төркиәгә «Мең һулыш һәм бер тауыш» Халыҡ-ара театрҙар фестивалендә ҡатнашыу өсөн килгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть