11 декабрь, Йәкшәмбе

16 апрель 2012 йыл, 15:48

30 апрелдә сит ил эшсе көстәренә заявкалар ҡабул итеү тамамлана

автор: Галина Бахшиева

2012 йылдың 30 апрелендә Башҡортостанда 2013 йылда сит ил хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итергә ниәтләгән эш биреүселәрҙән, эшкә (хеҙмәткә) заказ биреүселәрҙән, шул иҫәптән шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлгән сит ил граждандарынан заявкалар ҡабул итеү тамамлана.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Рәсәйҙең эшсе көстәр баҙарын яҡлау өсөн закон нигеҙендә сит ил эшсе көстәрен йәлеп итеүгә квоталар сифатында сикләүҙәр индерелгән.

Вәкәләтле органда – Башҡортостандың Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, «Миграция квоталары» автоматлаштырылған мәғлүмәт комплексы системаһында сит ил эшсе көстәренә ихтыяж тураһында 2012 йылдың 30 апреленән һуң бирелгән заявкалар артабан ҡарауға үткәрелмәйәсәк.

Сит ил эшсе көстәрен йәлеп итеү һәм файҙаланыу буйынса ентекле консультацияны теркәлеү урыны буйынса мәшғүллек үҙәктәрендә йәки Идаралыҡтың мәшғүллек программалары, хеҙмәт баҙары һәм йыйылма-аналитик эштәр бүлегендә алырға мөмкин (450059, Өфө, Б. Гражданская урамы, 24, 4-се ҡат, 5-се кабинет. Телефон: (347) 282–46–33).