6 декабрь, Шишәмбе

16 апрель 2012 йыл, 15:09

Башҡортостандың парламент делегацияһы Финляндияға юлланды

автор: Людмила Терновая

Спикер Константин Толкачев етәкселегендәге БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың рәсми делегацияһы 17-18 апрелдә Финляндия Республикаһына бара. Визит Рәсәй менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса семинарҙа ҡатнашыу өсөн Финляндияның Милли парламенты саҡырыуы буйынса бойомға ашырыла. Делегация составына Башҡортостандан Федерация Советы ағзаһы Рудик Исҡужин, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Николай Князев, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе Зөфәр Еникеев, Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Флүр Әсәҙуллин ингән.

Визит сиктәрендә Башҡортостан парламентарийҙарының Финляндия Республикаһы Милли парламенты рәйесе Ээро Хейнялуома, Финляндия Республикаһының иҡтисади үҫеш министры Юри Хякямиес һәм Финляндия Республикаһы Үҙәк банкы вәкилдәре менән осрашыуы планлаштырылған.

Һөйләшеүҙәр барышында транспорт бәйләнешен үҫтереү мөмкинлеге һәм эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшереләсәк. Атап әйткәндә, республика делегацияһының Өфө — Хельсинки һауа бәйләнешен үҫтереү мәсьәләһе буйынса Финнэйр авиакомпанияһы вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр үткәреүе ҡаралған. Бынан тыш. Башҡортостан менән сауҙа бәйләнешен үҫтерергә теләгән фин эшҡыуарҙары менән осрашыу ҙа планлаштырылған.

16 апрелдә республика парламенты делегацияһы ағзалары Санкт-Петербургта «Башҡортостан» сауҙа йортон асыу тантанаһында ҡатнашасаҡ.