Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк хәйриә кисәһенә һуңғы әҙерлек эштәре бара

Йәмғиәт

19 апрелдә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк хәйриә кисәһенә әҙерлек эштәре бик әүҙем бара. Уның сиктәрендә йыйылған барлыҡ средстволар тыумыштан йөрәк ауырыуына дусар балаларға ярҙам итеүгә йүнәлтеләсәк.

Сара «Мәрхәмәт» һәм «Линия жизни» (Мәскәү) хәйриә фондтары башланғысы менән ойошторола.

Кисә программаһында Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда хәйриә эшмәкәрлеге тарихы тураһындағы күргәҙмә асыу, Дәүләт академия Ҙур театры солисы Вадим Лынковский һәм З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенткаһы Әлиә Әхмәҙиева ҡатнашлығындағы концерт ҡаралған.

Ҙур театр солисы Башҡортостан баш ҡалаһына бөгөн килә. Репетицияларҙан тыш, ул бында «Мәрхәмәт» хәйриә фонды ҡарамағындағы Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үҫеш үҙәгендә тәрбиәләнеүселәргә оҫталыҡ дәрестәрен күрһәтәсәк.

Кисәнең бағыусылары булып – «ПромТрансБанк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Ситроникс Башҡортостан» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, партнеры булып Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы сығыш яһай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть