10 декабрь, Шәмбе

16 апрель 2012 йыл, 12:34

Башҡортостан мәктәптәренең класс етәкселәре бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша ала

автор: Эльмира Сабирова

Республиканың дөйөм белем биреү мәктәптәренең класс етәкселәре бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша ала. Сара РФ Мәғариф һәм фән министрлығы, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең nsportal.ru социаль селтәре башланғысы менән ойошторола.

«Мин – класс етәксеһе!» конкурсына һөнәри эшмәкәрлектең иң сағыу мәле тураһындағы хикәйәне 13 майға тиклем ебәреү мотлаҡ, тип хәбәр итә ойоштороусылар. Эште һәр уңайлы форматта (текст, презентация, видеоролик) башҡарыу мөмкин.

Еңеүселәр өс номинацияла билдәләнәсәк: «Иң заманса класс етәксеһе»; «Иң ижади класс етәксеһе»; «Тамашасы һөйөүе призы». Иң яҡшылары компьютер, планшет һәм кеҫә телефоны менән бүләкләнәсәк.

Бәйгелә ҡатнашыу шарттары һәм ҡатнашыусыларға талаптар хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт РФ Мәғариф һәм фән министрлығының рәсми сайтында урынлаштырылған.