9 декабрь, Йома

16 апрель 2012 йыл, 12:08

Аҙна эсендә баш ҡаланың вакансиялар банкы 800 берәмеккә тулыланды

автор: Галина Бахшиева

Өфөнөң вакансиялар банкы аҙна эсендә 800-ҙән ашыу берәмеккә тулыланды. Бөгөнгө көнгә республика баш ҡалаһында 18700-ҙән ашыу буш эш урыны иҫәпләнә.

«Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлек коэффициенты йәки эшһеҙҙәр менән вакансиялар нисбәте аҙна эсендә 0,48-гә тиклем кәмегән. Ә рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙлек кимәле ҡалала үҙгәрешһеҙ ҡалған, әле ул 1,49 процентҡа тиң.

Әлеге ваҡытта Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә 9 меңгә яҡын кеше иҫәптә тора, уларҙан яҡынса 8400 кеше – эшһеҙҙәр.