Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.32

EUR 75.65

23 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә үткән беренсе яҙғы өмәлә 120 меңгә яҡын кеше ҡатнашты

Йәмғиәт

Башҡортостан баш ҡалаһында 14 апрелдә үткән беренсе дөйөм ҡала өмәһендә 120 меңгә яҡын өфөлө ҡатнашты. Йыйылған сүп-сар күләме 6400 кубометрҙан ашыу тәшкил итте.

Экологик өмә ваҡытында 9,9 миллион квадрат метр урам-юл селтәрҙәре, 2,7 миллион квадрат метр ҡала һәм урман парктары, 12,6 миллион квадрат метр квартал араһы һәм өй алды биләмәләре сүп-сарҙан таҙартылды, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфө Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығының производство-техник бүлеге белгесе Игорь Аристов.

Өмә барышында яҡынса 1000 квадрат метр ҡала юлы, 1800 погон метрҙан ашыу ҡойма ремонтланды. Шулай уҡ 340 төп ағас һәм 150 төп ҡыуаҡ ултыртылды.

автор: Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть