6 декабрь, Шишәмбе

16 апрель 2012 йыл, 11:09

Силәбе өлкәһендә Башҡортостандың йәш башҡарыусылары концерт менән сығыш яһаясаҡ

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында Башҡортостандың йәш башҡарыусылары «Яҙғы кистәр, уяна хистәр» исемле концерт менән сығыш яһаясаҡ. 21 апрелдә Заһит Ҡунафин, Анжелика Якусева, Айнур Мансуров, Илмир Моталов, Розалия Шәрәфетдинова һәм DJ NailBashstyle йәштәрҙе үҙ йырҙары менән ҡыуандырасаҡ. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров хәбәр итте.

Концерттарҙы ойоштороусы булып Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге һәм Арғаяш районы хакимиәте ярҙамында өлкәнең Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе урынбаҫары Руфат Йәлилов сығыш яһай.

— Башҡорт концерттары һәм дискотекалары туған телгә, илгә, мәҙәниәткә ҡарата изге тойғолар уята, — тип билдәләне Арғаяш районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәшит Хәкимов. – Бындай саралар тәрбиәүи йәһәттән бик әһәмиәтле.

Даими вәкиллектең матбуғат хеҙмәтенән билдәләүҙәренсә, бындай саралар ярҙамында урындағы йәштәрҙең башҡорт музыкаһына ҡарата ҡыҙыҡһыныуы арта, был, әлбиттә, милли мәҙәниәттең тергеҙелеүенә булышлыҡ итә.