4 декабрь, Йәкшәмбе

16 апрель 2012 йыл, 10:35

Йылайырҙың төпкөл ауылдарына ла кәрәҙле элемтә килеп етте

автор: "Башинформ"

Йылайыр районының Матрай һәм уға яҡын ауылдарҙың халҡы кәрәҙле элемтә булмауына бик йыш зарланды. Мөмкинлек сыҡҡан һайын матрайҙар район етәкселегенән уларҙың ауылында ретрансляция вышкаһы ҡуйыу мәсьәләһен хәл итеүҙе һораны.  Дәүләт Думаһына депутаттары һәм ил Президенты һайлауҙары алдынан «Берҙәм Рәсәй» партияһына ла улар ошондай уҡ наказ бирҙе.

Район хакимиәте БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы менән берлектә граждандар мөрәжәғәттәрен үҙ контроленә алды һәм был мәсьәлә буйынса илдең алдынғы кәрәҙле элемтә операторҙарына мөрәжәғәт итте.

Һәм бына 13 апрелдә Матрайҙа ауыл халҡы өсөн мөһим ваҡиға булып үтте –бында кәрәҙле элемтә операторҙарының береһенең станцияһы асылды.

Матрайҙарҙың шатлығын уртаҡлашырға һәм уларҙы был ваҡиға айҡанлы ҡотларға республиканың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин килде.

— Бөгөн беҙ тормошобоҙҙо заманса мобиль элемтәһеҙ күҙ алдына ла килтермәйбеҙ, — тине митингыла ауылдаштары исеменән сығыш яһаған уҡытыусы Лилиә Дистанова. – Район, республика етәкселегенә беҙҙе хәстәрләгәндәре өсөн рәхмәт. Был кәрәҙле элемтә станцияһы туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ менән араларыбыҙҙы яҡынайтты. Бер һүҙ менән әйткәндә, хәҙер Ерҙең теләһә ҡайһы нөктәһе менән бәйләнешкә керә алыуыбыҙға шатбыҙ.

темалар: эемтә